Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2023, 14:52

Мәрхәмәтлек өлгөһө

Полиция хеҙмәткәрҙәре бәләгә тарыған водителдәргә һәм уларҙың пассажирҙарына ярҙам итә.

Мәрхәмәтлек өлгөһөМәрхәмәтлек өлгөһө
Мәрхәмәтлек өлгөһө

Шишмә-Ҡырғыҙ-Миәкә юлының 56-сы саҡрымында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары полиция лейтенанттары Владислав Минәхмәтов менән Илшат Урманов авария сигналы ҡабыҙылған автомобилде күреп ҡала һәм шоферға ярҙамға ашыға. Асыҡланыуынса, көслө һыуыҡтар арҡаһында уның машинаһының двигателе ҡапыл һүнә. Автоинспекторҙар боҙолған транспортты юл ситенә сығаралар, һуңынан уны тоҡандырырға ярҙам итәләр, шунан ир юлын дауам итә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө һәм Яңауыл ҡалалары араһында юлда бәләгә тарыған өс ҡатынға ла ярҙам итә. Асыҡланыуынса, юлда уларҙың автомобилендә тәгәрмәс тишелә һәм улар уны үҙ аллы алыштыра алмай. Беренсе булып уларға ярҙамға юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары полиция капитаны Руслан Гильванов һәм полиция лейтенанты Евгений Апканиев килә. Егеттәр тиҙ генә тәгәрмәсте алмаштыра. Автоледи һәм уның пассажирҙары полиция хеҙмәткәрҙәренә тәрән рәхмәтле!

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Мәрхәмәтлек өлгөһө
Мәрхәмәтлек өлгөһө
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас