Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2023, 08:05

Ялған таныҡлыҡ менән йөрөгән

Мәскәү-Өфө автомобиль юлының 1230-сы саҡрымында хеҙмәт итеү барышында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Илеш районынан 28 йәшлек ир идара иткән "ВАЗ-2114" автомобилен туҡтата. Документтарҙы тикшергәндә водитель таныҡлығының ялған булыуы асыҡлана.

Ялған таныҡлыҡ менән йөрөгәнЯлған таныҡлыҡ менән йөрөгән
Ялған таныҡлыҡ менән йөрөгән
Билдәле булыуынса, ир иҫерек килеш машина йөрөткәне өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән. Уның һүҙҙәренсә, ялған водитель таныҡлығын ул интернет аша 60 мең һумға һатып алған.
Был иргә ҡарата административ материал төҙөлгән. Ялған документтар яһау факты буйынса ул артабан тикшереү өсөн урындағы полиция бүлегенә килтерелә. Автомобиль махсус туҡталҡаға ҡуйылған. Ялған таныҡлығы тартып алына. Хәҙерге ваҡытта енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. 
 
Фото: БР ЮХХДИ.
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас