Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2023, 07:39

Ә һеҙ йәмәғәт транспортында ташлама менән йөрөйһөгөҙмө?

Рәхәтләнеп йөрөп ҡалығыҙ, әле ваҡыт бар.

Ә һеҙ йәмәғәт транспортында ташлама менән йөрөйһөгөҙмө?Ә һеҙ йәмәғәт транспортында ташлама менән йөрөйһөгөҙмө?
Ә һеҙ йәмәғәт транспортында ташлама менән йөрөйһөгөҙмө?

Республикабыҙҙа урам автобустарында, трамвай-троллейбустарҙа ағымдағы йылдың 31 декабренә тиклем смартфонға йөкләнгән “Мир” картаһы менән түләп, һигеҙ һумға арзаныраҡ хаҡҡа йөрөргә мөмкин. Кем “Алға” картаһын да ҡуллана, хатта 13 һумға экономияларға була.

Ташлама алыу өсөн “Мир” картаһын Mir Pay йәки Samsung Pay түләү сервисына йөкләргә. Һуңынан смартфонды терминалға терәргә генә кәрәк.

Ә “Алға” менән тағы ла арзанға йөрөү өсөн ул виртуаль булырға һәм “Мир” картаһына бәйләнергә тейеш.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас