

Бының өсөн уны даими таҙартып тороу зарур. Айырыуса уң яҡтан ҡабырға аҫтынан ауыртыу һиҙһәгеҙ, күңелегеҙ болғанып, уҡшытып яфалаһа, шулай уҡ көйәләнгәндә, депрессиияға бирелгәндә, ҡан баҫымы юғары йә түбән булғанда, гормональ үҙгәрештәр ваҡытында, бил һәм бауыр ауыртҡанда, баш әйләнгәндә, тирене таптар баҫҡанда бауырҙы таҙартып алыу файҙалы.
Төп талап – эсәктәрҙе таҙартҡандан һуң ғына бауырҙы таҙартыуға тотонорға мөмкин. Бынан тыш, дауаланыу курсы ваҡытында артыҡ күп ашарға ярамай, шулай уҡ ит, ҡәһүә, какао, шоколад кеүек аҙыҡтарҙы ҡулланыу ҙа тыйыла.
Бәпембә сәскәһе, шиңмәҫгөл, кукуруз, аир һәм бесәй үләне тамыры, бөтөк үләне, мәтрүшкә, ромашка, тырнаҡ гөлө һәм фенхель емеше яҡшы үт ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә. Ҡайын еләге, ҡыҙыл һәм ҡара көртмәле емеше менән япрағы еңелсә үт ҡыуҙырыу һөҙөмтәһе бирә.
Укроп, йомортҡа һарыһы, ирәүән, селдерей, кишер, зәйтүн емеше, шпинат, гәрсис, кәбеҫтә, үҫемлек майҙары, виноград, петрушка тамыры һуты, ҡара торма, керән, цикорий, үгәй инә үләне япрағы, топианмбур менән шалҡан.
Таҙартыусы сәй әҙерләү өсөн бер балғалаҡ үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут бешерергә. Аҙна ярым буйы шуны көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан 20 – 25 минут алда яртышар стакан эсергә.
Йәки талҡан емеше, бәпкә үләне, кукуруз емешлеге ауыҙы менән һары мәтрүшкәне бергә ҡушып, бер ҡалаҡ ошо үләндәр ҡатнашмаһына 2 л ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға. Һуңынан ярты сәғәт таҫтамал менән урап ултыртып, төнәтергә. Әҙер төнәтмәне бер ай буйы ашарҙан ярты сәғәт алда яртышар стакан эсергә.