Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабрь 2023, 18:00

Ауырыуҙар тарихынан

Киҙеү (грипп) атамаһы ҡайҙан барлыҡҡа килгән?

Ауырыуҙар тарихынанАуырыуҙар тарихынан
Ауырыуҙар тарихынан

 

Рәсәйҙә был һүҙ тәүҙә бик һирәк ҡулланылған.  XIX быуатта ул нигеҙҙә әҙәби әҫәрҙәрҙә генә осраусы неологизм (яңы һүҙ) була.  Рус телендә ул тәүге тапҡыр 1799 йылда А. Востоковтың көндәлектәрендә теркәлә: «Сплю в первом кабинете. Грип» Һүҙлектәрҙә  был һүҙ 1847  йылдан осрай башлай һәм аҙағында ике “п” хәрефе менән бирелә. Әйткәндәй, әлеге көндә лә уны шулай яҙыу ҡабул ителгән.  Рус теленә был һүҙ француз теленән килеп ингән һәм ул gripper тигән ҡылымдан килеп сыҡҡан. Тәржемә иткәндә ул “эләктереп алыу” тигәнде аңлата, йәғни ауырыу ҡапыл килеп эләктерә һәм кешене зарарлай.  Тәүге тапҡыр был термин 1780 – 1782 йылдарҙағы   пандемия ваҡытында килеп сыға.

Шулай уҡ  был һүҙҙең килеп сығышы француз телендә икенсе төрлө яңғыраусы рус һүҙе “хрип”ҡа ла бәйле тигән фараз да бар. Йәнәһе лә, бер аҙ үҙгәреп, рус теленә кире ҡайтҡан да, сит  телдән ингән һүҙ булараҡ ҡабул ителгән, тип.  Быны иҫбатлау өсөн  1792 йылда сыҡҡан  немец һүҙлегенә һылтаналар.  Унда “грипп” һүҙенә “рус ауырыуы”  тип аңлатма бирелә.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас