Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2023, 19:40

"Выдыхайте!" - Өфөлә кешеләрҙе кастет менән һуғып үлтереүсене ҡулға алғандар!

Һуңғы көндәрҙә "ватсап" кеүек хәбәр таратҡыстарҙа баш ҡалала бер ирҙең кастет менән һуғып әбейҙе үлтереүе тураһында шомло хәбәр таралды. Әле билдәле булды: Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән 34 йәшлек ирҙе СОБР менән ҡулға алғандар.

"Выдыхайте!" - Өфөлә кешеләрҙе кастет менән һуғып үлтереүсене ҡулға алғандар!"Выдыхайте!" - Өфөлә кешеләрҙе кастет менән һуғып үлтереүсене ҡулға алғандар!
"Выдыхайте!" - Өфөлә кешеләрҙе кастет менән һуғып үлтереүсене ҡулға алғандар!

Төбәктең Рәсәй гвардияһы идаралығының СОБР отряды Гагарин урамындағы йорт фатирына бәреп инеп ирҙе ҡулға алған. 

Алдан хәбәр ителгәнсә, 25 ноябрь Ағалы-ҡустылы Кадомцевтар урамында бер ир 81 әбейҙең башын емергәнсе һуҡҡан. Зыян күреүсе 7 декабрҙә дауаханала йән биргән. 

Бынан тыш, тағы өс кеше шундай уҡ йәрәхәт алғас хоҡуҡ һаҡлаусыларға мөрәжәғәт иткән.

Енәйәт эше асылған, тәфтиш тикшереүе бара.  

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас