

Быйыл май айында кисен Иглин ауылында йәшәгән Насировтарҙың йорто янып китә.
Диманың һөйләүенсә, улар йоҡлап ятҡан була. Тәҙрәгә көслө шаҡыу ишетеп, уяна, беҙ янабыҙ, тип ҡысҡырып, ата-әсәһен уята, тәҙрәгә һуғып аса һәм күршеләренә тәүҙә бер һеңлеһен, һуңынан икенсеһен тапшыра, шунан үҙе сыға. Ата-әсәһе икенсе тәҙрә аша сығып өлгөрә.
Күптән түгел Өфөләге "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Батырлыҡ йондоҙлоғо" Бөтә Рәсәй фестивале үтте, унда батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн Дима Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ике миҙалы һәм БР Хөкүмәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Фото: МЧС РБ.