Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2023, 03:00

Ағыу

...Ул Хөсәйендең ҡайҙан ҡайтып килгәнен дә, ял итергә туҡтағанын да ағас башынан күҙәтеп тора икән. Егеттең йоҡлап киткәнен күргәс, был яуыз шым ғына уның эргәһенә килә, кеҫәһенән көпшә һәм ағыу ала...

АғыуАғыу
Ағыу

Хикмәтле хикәйәт

Ағыу

Хөсәйен ҡала баҙарына алып барған бөтә тауарын һата ла, шуға ауылына яҡшы кәйефтә ҡайтырға сыға.

«Ишәгем ашап алғансы, ял итәйем әле», – тип ул бер шишмә янында туҡтай. Аҡсалы тоғон баш осона һалып, серем итергә ята һәм бер аҙҙан йоҡлап та китә.

Ә был ваҡытта уларҙың ауылы тирәһендә бер юлбаҫар йөрөгән була. Ул Хөсәйендең ҡайҙан ҡайтып килгәнен дә, ял итергә туҡтағанын да ағас башынан күҙәтеп тора икән. Егеттең йоҡлап киткәнен күргәс, был яуыз шым ғына уның эргәһенә килә, кеҫәһенән көпшә һәм ағыу ала. Көпшә эсенә ағыуын һала ла, уны йоҡлап ятыусыға өрөп индереп, үлтерергә уйлай. Аҡса бит мул ғына!

Юлбаҫар көпшәне Хөсәйендең танауына өрөп ебәреүе була, егет ныҡ ҡына итеп сөскөрә лә, шул ыңғай ағыу юлбаҫарҙың ауыҙына инеп китә. Бур шулай үҙ ағыуына сәсәп үлә.

Бәйғәмбәребеҙ әйткән: “Кеше башҡаларға яуызлыҡ ҡыла икән, Аллаһ Тәғәлә уның үҙенә лә яуызлыҡ ебәрә”.

(Башҡортса дини календарҙан).

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас