

ВКС режимында үткәрелгән кәңәшмәлә ҡала һәм район хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашты.
Йыл башынан алып республикала бөтәһе 9,8 меңдән ашыу янғын теркәлгән, уларҙа 232 кеше һәләк булған. Отчет осоронда Өфөлә, Кушнаренко һәм Мәсетле райондары биләмәләрендә кешеләр һәләк булған.
7 декабрҙән республика биләмәһендә һауа торошоноң боҙолоуы күҙәтелә. Ҡайһы бер райондарҙа -35, -40 градусҡа тиклем һыуыҡ буласаҡ, был торлаҡ секторында янғын сығыу хәүефен арттыра!
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар менән үлемесле янғындарҙың сәбәптәре, шулай уҡ яңы янғындарға юл ҡуймау өсөн тиҙ арала ҡабул ителергә тейешле өҫтәмә саралар тураһында ентекле фекер алыштылар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының һәм уға ҡараған учреждениеларҙың етәксе составының муниципалитеттарға рейдтарға сығыуы дауам итә.
Хөрмәтле дуҫтар! Барығыҙҙы ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ:
- мейесте яҡҡанда ут менән һаҡ булығыҙ;
- электр йылытыу приборҙарының, электр үткәргесенең төҙөклөгөн күҙәтергә онотмағыҙ;
- бүлмәлә тәмәке тартмағыҙ;
- балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!!!
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.