

Файҙаһы: А, С, В витаминдары, бета-каротин организмға ыңғай йоғонто яһай. Хәтерҙе яҡшырта, күҙҙе үткерләтә, нервылар системаһын һаҡлай, иммунитетты күтәрә, күҙәнәктәрҙең ҡартайыуын тотҡарлай, тимерҙе үҙләштереүгә ярҙам итә, матдәләр алмашынуын нормалләштерә, ҡан тамырҙарын нығыта.
Иғтибар! Борсаҡ бөтәһенә лә ярап бармай икән. Мәҫәлән, уның составындағы пуриндар организмда һейҙек кислотаһы кимәлен арттыра. Кемдең бөйөрө насар, быуындары һыҙлай, подагра менән йонсой – уларға борсаҡ килешмәй. Ололарға ла бик самалап ашарға кәңәш ителә. Тромбофлебит диагнозы ҡуйылғанда борсаҡ ашарға бөтөнләй ярамай.
Ауырлы ҡатындарға ла, геморройҙан этләнеүселәргә лә был ҡуҙаҡлыны рациондан алып торорға, тиҙәр.
Борсаҡ аштары иһә төрлө-төрлө. Ир һурпаһына һалып, аш та бешерергә була, иҙмәһе лә бик тәмле.
Фото: vk.com