Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2023, 09:00

Һаҡ булығыҙ: ҡыҙылса ауырыуы таралған!

Башҡортостанда ҡыҙылса ауырыуы таралған.  

Һаҡ булығыҙ: ҡыҙылса ауырыуы таралған!Һаҡ булығыҙ: ҡыҙылса ауырыуы таралған!
Һаҡ булығыҙ: ҡыҙылса ауырыуы таралған!

 Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, эпидемия Белорет  районында дини ойошма араһында асыҡланған. 

Белорет район хакимиәте Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү үҙәге  идаралығы менән берлектә санитар-эпидемиология комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Районда  ҡыҙылса ауырыуын бөтөрөү буйынса  ведомство-ара штаб булдырылды.

Инфекцияның халыҡ араһында таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн район биләмәһендә сикләүҙәр индерелде.   Ҡыҙылсаға ҡаршы прививка эшләтеү тураһында мәғлүмәт булмағанда, кешеләрҙе планға ярашлы дауаханаға һалыу ҙа кисектерелә. Шулай уҡ прививкаһы булмаған балаларҙы ваҡытлыса белем биреү учреждениеһына йөрөтөү   тыйыла.   Бынан тыш,  ҡыҙылсаға ҡаршы вакцинаһы булмаған хеҙәмәткәрҙәр ҙә ваҡытлыса эштән ебәрелә. 

Бөтә был саралар эпидемиологтар тарафынан айырым күрһәтмә булғансы, үткәрелә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас