Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабря 2023, 04:00

Йәш быуын тарихты һаҡлай

Мәсетле районында "Беренселәр хәрәкәте" ойошмаһының "Тарихты һаҡлаусылар" проектына ҡабул итеү тантанаһы үтте. Сарала республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарынан 49 уҡыусы ҡатнашты.

Йәш быуын тарихты һаҡлайЙәш быуын тарихты һаҡлай
Йәш быуын тарихты һаҡлай
Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле районы мәктәптәре уҡыусыларынан бер төркөм "Тарихты һаҡлаусылар" значогын алды. Тантана Рәсәй, Башҡортостан флагтарын, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағын сығарыуҙан башланды. Гимндар яңғыраны. Тантананан һуң, уҡыусылар музейға барҙы, квиз-уйында ҡатнашты.
"Тарихты һаҡлаусылар" Бөтә Рәсәй проекты тарихи урындарға барыуҙы, махсус дәрестәр үткәреүҙе, һәйкәлдәрҙе ҡарап-тәрбиәләп тороуҙы күҙ уңында тота.
Фото: Мәсетле районы хакимиәтенән.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас