

Аҙна башында ғына БР Башлығы Радий Хәбиров “Өфө” халыҡ-ара аэропортында быйылғы дүрт миллион 500 меңенсе пассажирҙы хеҙмәтләндереү тураһында хәбәр иткәйне. Унан һуң бер нисә көн үтеүгә “Рәсәй тимер юлдары” селтәренең ҡала-ара юлдарында бер миллиардынсы пассажирҙы тәбрикләнеләр.
Тантаналы ҡотлауҙа Радий Хәбиров менән “Рәсәй тимер юлдары” ойошмаһының Куйбышев филиалы начальнигы Вячеслав Дмитриев та ҡатнашты. Иҫтәлекле бүләктәргә, өс айға бушлай йөрөү абонементына Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Карина Янбарисова эйә булды.
БР Башлығы билдәләүенсә, "РЖД" менән хеҙмәттәшлек эҙмә-эҙлекле үҫә.
- Быйыл беҙ тағы ла бер рекорд көтәбеҙ - республика тәүгә 5 миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерәсәк, - тине республика етәксеһе.
Фото: БР Башлығы сайтынан.