Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2023, 09:56

Ҡайғылы хәбәр: рәссам Марат Ғафаров вафат булған

Республикаға ғына түгел, ил кимәлендә билдәле булған һәүәҫкәр рәссам Марат Ғафаров арабыҙҙан китте. Уның 3D форматындағы һүрәттәре бик күптәрҙә һоҡланыу тыуҙырған ине. Тыуған яҡ тарихына, тәбиғәтенә арналған картиналары ла бихисап ине уның. Талант эйәһен яуыз сир аяманы.

Ҡайғылы хәбәр: рәссам Марат Ғафаров вафат булғанҠайғылы хәбәр: рәссам Марат Ғафаров вафат булған
Ҡайғылы хәбәр: рәссам Марат Ғафаров вафат булған



Ул үҙенең илһөйәрлеге, тормошто, тәбиғәтте яратыуы менән айырылып тора ине. Нисәмә кешегә матурлыҡ бүләк итте?! Һанап бөткөһөҙ.

Мәрхүмдең ғаиләһенә һәм яҡындарына күркәм сабырлыҡтар теләйбеҙ. Йәне йәннәттә булһын, иманын юлдаш итһен.
Тыныс йоҡла, рәссам...

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас