Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабря 2023, 12:01

Судтан ҡасып йөрөгән бур

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре судтан ҡасып йөрөгән ирҙе ҡулға алған. Республикала йәшәүсе 25 йәшлек ир урлашыуға бәйле енәйәт эштәре фигуранты булып тора.

Судтан ҡасып йөрөгән бурСудтан ҡасып йөрөгән бур
Судтан ҡасып йөрөгән бур

Был егеттең урлашыу менән шөғөлләнгән төркөмдөң ағзаһы булыуы билдәләнә. Улар офистарҙы "таҙартыу" менән булышҡан. Енәйәтселәр сейфтарҙа һаҡланған аҡсаны һәм ҡиммәтле әйберҙәрҙе табыш итеп ала. Тикшереү версияһы буйынса, 2020 йылдың сентябренән алып төркөм 30 ошондай енәйәт ҡылған. Оператив-эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәттәрҙә шикләнеүселәрҙе асыҡлай һәм ҡулға ала. Тикшереү тамамланғандан һуң ҡулға алынғандарға ғәйепләү белдерелә. Уларҙың береһе енәйәт эшен ҡарау барышында судҡа килмәй ҡаса. Ул федераль эҙләүгә бирелгән булған. Ҡалған төркөм ағзалары закон алдында яуап тотҡан.

Әлеге ваҡытта 25 йәшлек ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтында тотола. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алынған кешенең республика территорияһында башҡа енәйәттәргә ҡатнашлығын тикшерә.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас