Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабрь 2023, 15:56

Радий Хәбиров – Беренсе каналдағы «Халыҡ фронты» программаһында

Башҡортостан Башлығы “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Радий Хәбиров – Беренсе каналдағы «Халыҡ фронты» программаһындаРадий Хәбиров – Беренсе каналдағы «Халыҡ фронты» программаһында
Радий Хәбиров – Беренсе каналдағы «Халыҡ фронты» программаһында

Белеүегеҙсә, Мәскәүҙең ВДНХ комплексындағы ҙур сарала 3 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы көнө үтте. Радий Хәбиров беҙҙең экспозицияны ҡарағандан һуң, Беренсе каналдың “Халыҡ фронты” программаһына тура эфирҙа тоташып, бай тәьҫорат алыуын әйтте һәм экспозиция тураһында һөйләне.

Сараны асыуға беҙ ентекле әҙерләндек һәм экспозиция майҙанынан тыш та, республикабыҙҙы бар тулылығында, матурлығында күрһәттек. Бөтә республиканы тиерлек алып килдек. Иҡтисадыбыҙҙы күрһәттек, Башҡортостандың күп милләтле, 4 миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҙур территория булыуы, халыҡтар берҙәмлеге менән таныштырҙыҡ. Беҙ мәҙәниәтебеҙҙе, йоалаларыбыҙҙы ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Милли аш-һыуҙарыбыҙ бик тәмле. Экспозициябыҙҙы “Күсмә халыҡтан пилотһыҙ осҡосҡа тиклем” тип атаныҡ. Шуның аша халҡыбыҙҙың тарихын күрһәттек. Башҡортостан бөгөн Рәсәйҙең терәк төбәге. Машиналар эшләү үҫә, иң яҡшы хәрби двигателдәр, пилотһыҙ осоу аппараттары етештерәбеҙ”, - тип һөйләне БР Башлығы.

Радий Хәбиров күргәҙмәгә һәр төбәктең тырышып әҙерләнеүен билдәләне. “Рәсәйебеҙҙең ни тиклем һоҡланғыс булыуын күрһәтелде. Тәүге тәьҫорат – мотлаҡ балаларымды алып киләм”, - тине республика етәксеһе.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас