Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабрь 2023, 06:57

Антибиотиктар рецептһыҙ һатылырға тейеш түгел

Башҡортостан Парламенты антибиотиктарҙы рецептһыҙ һатыу мәсьәләһен күтәрә.

Антибиотиктар  рецептһыҙ һатылырға тейеш түгелАнтибиотиктар  рецептһыҙ һатылырға тейеш түгел
Антибиотиктар рецептһыҙ һатылырға тейеш түгел

 БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты рәйесе Константин Толкачев  ҡушыуы буйынса  был мәсьәлә буйынса «Түңәрәк өҫтәл» ойошторола, тип хәбәр итәләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән.    

Депутаттар фекеренсә, ғәмәлдәге һатыу тәртибе антибиотиктар  әйләнеше буйынса  тейешле күҙәтеү алып барырға мөмкинлек  бирмәй.  Рецепт буйынса ғына һатылырға тейеш булһа ла, уларҙың дөйөм иҫәбе контролдә тотолмай һәм йыш ҡына дарыухана хеҙмәткәрҙәре дарыуҙы рецептһыҙ ҙа  һатып ебәрә.  Шул уҡ ваҡытта антибиотиктарҙың бактерияларға тотороҡлоғо кеше сәләмәтлеге өсөн иң етди хәүефтәрҙең береһе булып тора.  Быны хәл итеүҙә антибиотиктарҙы ваҡлап һатыуҙы ҡаты күҙәтеү аҫтына алыу ғына  хәл иткес роль уйнай ала.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас