

Билдәле булыуынса, Айзилә Ғәлимова атаһының юлын дауам итә һәм артист булараҡ карьера төҙөй. Ҡыҙ шулай уҡ блогер булараҡ та билдәле. Яңыраҡ ул шәхси тормошонан видеояҙма менән уртаҡлаша. Уның һүҙҙәренсә, һөйгән кешеһе менән конфликт була, ә мөнәсәбәттәрҙе барбершоптың сәс оҫтаһы ҡотҡара.
Айзилә егетенең барберҙы маҡтап яҙған комментарийҙарын видеоға төшөрөп һалған.
"Эдуард иҫ киткес барбер, бөгөн кис ул беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе ҡотҡарҙы. Айзиләгә сәсем бик оҡшамай ине, Әммә Эдуард мәсьәләне хәл итте. Сәс оҫтаһы миңә шәп прическа яһаны. Хәҙер һөйгән йәрем мине нығыраҡ ярата башланы», - тип комментарий ҡалдырған артистың егете.
Фото: Т. Аманов