Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабря 2023, 06:10

Ҡайһы бер төбәктә 40 – 50 градус һыуыҡ булыуы ихтимал

Рәсәйгә ысын ҡыш килә. Һәм ниндәйе бит әле! Оҙаҡҡамы икән?

Ҡайһы бер төбәктә 40 – 50 градус һыуыҡ булыуы ихтималҠайһы бер төбәктә 40 – 50 градус һыуыҡ булыуы ихтимал
Ҡайһы бер төбәктә 40 – 50 градус һыуыҡ булыуы ихтимал

Илебеҙҙең Гидрометүҙәге етәксеһе Роман Вильфандҡа ышанһаң, алда – аномаль һыуыҡтар.

Рәсәйҙең ҙур территорияһында ҡаты һыуыҡ буласаҡ. 8 – 10 декабргә тиклем Төньяҡ-Көнбайыш федераль округының бөтә төбәгендә лә температура норманан 7 – 14, хатта урыны менән 15 – 20 градусҡа түбәнерәк булыуы ихтимал. Тимәк, уртаса -23, -25 градус. Үҙәк федераль округында ла һыуыҡ була. Волга буйы федераль округына килеүсе һыуыҡты ла, аномаль, тиергә мөмкин. Ямал-Ненец, Ханты-Манси автономиялы округтарында 41 градусҡаса һыуыта, иң һыуығы – Яҡутстанда, -54 градус күҙаллана”, – тигән Вильфанд.

Артабан нисегерәк булыр? Тәүҙәрәк, декабрҙә бер туңдырып, бер иретеп торасаҡ, тип тә фаразлағайнылар.

Фото: Автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас