Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2023, 05:11

Санкт-Петербургта - оҫталыҡ дәрестәре

Санкт-Петербург ҡалаһында башҡорт хореографияһы, милли музыка ҡоралдары - ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған.

Санкт-Петербургта - оҫталыҡ дәрестәреСанкт-Петербургта - оҫталыҡ дәрестәре
Санкт-Петербургта - оҫталыҡ дәрестәре

Сара Рәсәй Федерацияһының «Дәүләт милли сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу» программаһына ярашлы уҙғарылған, унда алтмыштан ашыу кеше ҡатнашҡан.

Был турала БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итәләр.

Дәрестәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, хореограф Марат Солтанов, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә гран-при яулаусы Мирас Үҙәнбаев, ҡурайсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Айгиз Хашимов үткәргән. Килеүселәр бик ҡыҙыҡһынып тыңлаған һәм өйрәнергә тырышҡан.

Фото. vk.com

 

Санкт-Петербургта - оҫталыҡ дәрестәре
Санкт-Петербургта - оҫталыҡ дәрестәре
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас