

Радий Хәбиров ҡунаҡтарына (бала әсәһе менән килгән) кабинетын күрһәтеп, бер аҙ эше тураһында һөйләгән, иҫтәлекле бүләктәр тапшырған.
Үҫмерҙең атаһы менән ағаһы - махсус хәрби операцияла. Малай ҙа улар кеүек батыр булырға һәм кадет училищеһына инергә теләй.
Был осрашыу ваҡытында баланың атаһы менән бәйләнешкә лә сыҡтылар.
- Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, ғаиләгеҙ тураһында борсолмағыҙ. Яҡташтарыбыҙға күп сәләм әйтегеҙ, - тине яугирға Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Башлығында ҡунаҡта булыу уҡыусыға, әлбиттә, оҡшаған. Ул кабинет тәҙрәһенән күренештең матурлығына ла иғтибар иткән, тәьҫораттары оҙаҡҡа ҡаласағын белдерҙе.
Фото: БР Башлығы сайтынан.