

Был ауырыу борон замандарҙан уҡ билдәле булһа ла, уның хәҙерге заман тарихы XIX быуаттың икенсе яртыһынан башлана һәм нигеҙҙә инглиз табиптарының был уның барлыҡҡа килгән ваҡыты һәм урынын (1860 – 1907 йылдарҙа Мальта утрауын) өйрәнеүгә бәйле. Тап ошо йылдарҙа Мальта утрауында Англия гарнизоны һалдатына сәйер ауырыу эләгә һәм унан бер нисә кеше һәләк була. Аырыуҙың элекке исеме “Мальтия биҙгәге” ошонан барлыҡҡа килгән дә инде.
1861 йылда хәрби табип Д. Мэрстон тәүге тапҡыр ауырыуҙың билдәләрен ентекләп һүрәтләгән. Уның табип яңы, әле медицина фәненә билдәһеҙ ауырыу, тип иҫәпләгән һәм “ваҡыты-ваҡыты менән кәмеп тороусы Урта диңгеҙ биҙгәге” тип атаған.
1886 йылда биҙгәктең сәбәптәрен табип Дэвид Брюс асыҡларға маташҡан. Уға үлгән һалдаттың бауырынан яңы төр микроорганизм алырға тура килә. Тап шуны ауырыуҙың төп сәбәпсеһе тип һанап, Micrococcus melitensis (Мальта микрококы) тип атай.
Әммә шундай ҙур уңышҡа ирешеүенә ҡарамаҫтан, был һорау асыҡ ҡала. ХХ быуат башында Мальта биҙгәген өйрәнеү буйынса махсус комиссия булдырыла, уны Д. Брюс етәкләй. Эш барышында 1907 йылда микрококтарҙың урындағы халыҡтан һатып алып яңы һауылған кәзә һөтө эскән һалдаттарҙы зарарлауы асыҡлана.
Артабанғы тикшеренеүҙәр бындай ауырыуҙы Мальта биҙгәгенә оҡшаш башҡа типтағы Мальта микрококтары ла тыуҙырыуы асыҡлана. Бөтә был микроорганизмдарҙың бөтәһен дә Д. Брюс хөрмәтенә бурцеллалар тип атай башлайҙар, ошонан ауырыуҙың дөйөм исеме – бруцеллез барлыҡҡа килгән дә инде.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.