Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2023, 11:00

Уггиҙы нимә менән кейергә?

Уның модаһы бөттө, тигәйнеләр ҙә, быға бер-ике йыл үттеме-юҡмы, әлеге уңайлы аяҡ кейеме ҡабаттан, кем әйтмешләй, “йәтеш ҡата”ға әйләнде лә китте.

Уггиҙы нимә менән кейергә?Уггиҙы нимә менән кейергә?
Уггиҙы нимә менән кейергә?

Беҙҙең көрттәргә (ҡунысы ҡыҫҡараҡ бит) бигүк тура килмәһә лә, угги һәр йәш кешенең тиерлек аяғында. Мода белгестәре уны ниндәй салбар менән кейергә өйрәтә (беҙ инде күптән беләбеҙ). Өлкәндәр ҙә ярата был аяҡ кейемен.

Леггинсы менән угги бик килешле була, тиҙәр. Уггиғыҙ ҡыҫҡараҡ булһа, йылы оҙон ҡуныслы аҡ нәски кейергә онотмағыҙ. Джинсы салбарҙың универсаль булыуын иҫкә төшөрмәһәк тә беләһегеҙ. Угги айырыуса оҙон “тура” джинсы менән килешә.

Трикотаж салбар кейергә яратһағыҙ, уггиҙар уның өсөн бик матур комплект буласаҡ. Белгестәр, өҫтәге оверсайз пальто йә пуховик тағы ла матурыраҡ күренәсәк, ти.

Классик салбар ҙа, спорт ыштандары ла угги менән уңайлы.

Ҡыҫҡаһы, һалҡынса ҡышҡы көндәрҙә йылы һәм уңайлы итеп кейенергә тырышығыҙ.

Уггиҙы нимә менән кейергә?
Уггиҙы нимә менән кейергә?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас