

Бөгөн, 1 декабрҙә, көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы, ҡайһы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0, -5 градус.
Иртәгә, 2 декабрҙә, республикала төндә бер аҙ ҡар, көндөҙ епшек ҡар яуасаҡ, урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары ятыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3, -8, көндөҙ +1, -4 градус.
Фото: Т. Аманов