Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2023, 14:49

Штрафтарҙы ваҡытында түләгеҙ!

"Штраф" оператив-профилактик сараһы барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре элек һалынған штрафтарҙы түләмәүселәрҙе тотоуҙы дауам итә.

Штрафтарҙы ваҡытында түләгеҙ!Штрафтарҙы ваҡытында түләгеҙ!
Штрафтарҙы ваҡытында түләгеҙ!

Кисә Дүртөйлө районында М7 "Волга" автомобиль юлының 1250-се саҡырымында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре "Паутина" ведомство системаһы ярҙамында 35 йәшлек ир идара иткән "БМВ" машинаһын туҡтата. ЮХХДИ-ның федераль базаһы мәғлүмәттәре буйынса, автомобиль хужаһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә 43 мең һум самаһы суммаға 73 административ ҡағиҙә боҙоуҙар йыйған. Шул уҡ көндө Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 222-се километрында Көйөргәҙе районынан 20 йәшлек водитель тотолған - "ВАЗ-2115" хужаһының иҫәбендә 51 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу, штрафтарҙың дөйөм суммаһы 35 мең һумдан ашыу. Шул уҡ көндө кисен Ейәнсура районынан 35 йәшлек ир идара иткән "Лексус" туҡтатыла. Ул 439 мең һумлыҡ 465 түләнмәгән штраф йыйып алған.

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов белдереүенсә, был факттар буйынса материалдар артабанғы тикшереү өсөн суд приставтарына тапшырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, штрафтар тураһында ЮХХДИ-ның рәсми сайтында, шулай уҡ http://www.gosuslugi.ru порталында белергә мөмкин.

Фото: БР ЮХХДИ.

Штрафтарҙы ваҡытында түләгеҙ!
Штрафтарҙы ваҡытында түләгеҙ!
Штрафтарҙы ваҡытында түләгеҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас