Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2023, 03:30

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ултырыштарында 3,5 мең проект тикшерелгән

Башҡортостанда йыл башынан район һәм ҡалаларҙа үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә дөйөм 123 миллиард һум суммаға торошло инвестиция проекттары ҡаралған.

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ултырыштарында 3,5 мең проект тикшерелгән"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ултырыштарында 3,5 мең проект тикшерелгән
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ултырыштарында 3,5 мең проект тикшерелгән
Республика муниципалитеттарында 2,5 мең "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ултырышы үткән. Был турала Халыҡ-ара бизнес аҙналығындағы "Уңышлы донъя практикалары. Инвестиция проекттарында стратегияларҙы эшләү һәм үҙгәрештәр менән идара итеү" сессияһында БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов һөйләне.
Башҡортостанда инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эш үәҙем бара. Беҙҙең республика инвестиция күләме буйынса Волга буйы федераль округында Татарстан һәм Нижегород өлкәһенән ҡала өсөнсө урында тора.
Министр белдереүенсә, беҙҙең төп бурыс - муниципалитеттарҙа инвестпроекттарҙы һаҡлау һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының үҫешенә булышлыҡ итеү.
Фото:Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас