Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2023, 10:30

"Дөрөҫөн әйтеп бирҙе"

Хәсән Йәһүҙин, пенсионер:  - Радий Хәбировтың «Тура бәйләнеше»ндә миңә Республика Башлығының һорауҙарға дөрөҫөн әйтеп, аныҡ яуап биреүе оҡшаны.

"Дөрөҫөн әйтеп бирҙе""Дөрөҫөн әйтеп бирҙе"
"Дөрөҫөн әйтеп бирҙе"

Бер нәмәне лә йәшермәй, барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләне. Хатта үҙенең шәхесенә ҡағылған һорауҙарҙы  ла ситләтеп үтмәне. Төбәк етәксеһе итеп үҙенең икенсе мөҙҙәткә һайланыуына ҡағылған һорауҙан да ситләшмәне, дөрөҫөн әйтеп бирҙе. Халыҡты борсоған проблемаларҙы ишетеү , бюрократик кәртәләрһеҙ уларҙы тиҙерәк хәл итеү өсөн ошондай форматта халыҡ менән аралашыу бик кәрәк.

 Радий Фәрит улы  эшлекле, юридик яҡтан белемле , федераль етәкселектә ҙур тәжрибәһе булған сәйәсмән булыуы менән миңә оҡшай. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам ойоштороп ҡына ҡалмай, үҙе лә унда  барып, яугирҙәрҙең көнитмеше менән танышып ҡайта, уларҙың ниндәй әйберҙәргә ихтыяжы барлығын һораша. Ҙур проекттарға, төҙөлөштәргә  федераль үҙәктән аҡса йәлеп итеү юлдарын да белә. Халыҡтың ышанысын аңлап, республика халҡы мәнфәғәтендә башҡарылған эштәрен лайыҡлы дауам итһен!

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас