Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноября 2023, 07:00

***

Күңелемде ауыр уйҙар баҫһа,Талсыҡтырып китһә донъялар,Серҙәремде һөйләп бушанырғаАпаҡайым, әл дә үҙең бар.Йөрәгемде имләп йыуатаһың,Хәсрәтемде алып үҙеңә.Араларҙы яҡынайтыр дауаТабаһың һин әйтер һүҙеңдә.Туған йәнле, мөхәббәтле үҙең,Кәңәштәрең изге, аҡыллы.Әсәйемдең ҡурсыу-яҡлауҙарынТоям кеүек һинең арҡылы.Ығы-зығы менән ғүмер үтә,Осрашыуҙар кәмей йыл һайын.Олоғайған һайын бала кеүекМин һағынам һине, апайым!Мин яратам һине, апайым!Светлана Насырова.

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас