Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2023, 16:15

Ҡурҡыныс табылдыҡ

Бөгөн ашығыс хеҙмәттәргә Әбйәлил районы Дәүләт ауылы эргәһендәге Сыбаркүлдә, ярҙан 500 метр алыҫлыҡта, шаһиттарҙың билдәһеҙ ирҙең кәүҙәһен күреүе тураһында хәбәр килә.

Ҡурҡыныс табылдыҡҠурҡыныс табылдыҡ
Ҡурҡыныс табылдыҡ

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары (Белорет ҡалаһынан) оператив рәүештә эҙләү-ҡотҡарыу эштәренә юллана. Әлегә билдәле булыуынса, Магнитогорск ҡалаһынан 1969 йылғы ир һыу ятҡылығында балыҡ тотҡан. Ҡотҡарыусылар уның кәүҙәһен һыуҙан сығара һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас