Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноября 2023, 08:00

Студенттар башҡорт телен теләп өйрәнә

Кисә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында колледжд студенттары араһында     башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһы үтте. Унда 100-ҙән ашыу студент ҡатнашты.

Студенттар башҡорт телен теләп өйрәнәСтуденттар башҡорт телен теләп өйрәнә
Студенттар башҡорт телен теләп өйрәнә

Улар  тест һорауҙарына яуап бирҙе, сәсәнлек бәйгеһендә үҙҙәрен һынаны, диалогта ҡатнашып,  башҡорт телендә иркен аралаша алыуын күрһәтте.

Бөгөнгө көндә республика һөнәри белем биреү учреждениеларында 34 меңдән ашыу студент башҡорт телен дәүләт теле булараҡ, ете меңдән ашыуы - туған тел булараҡ өйрәнә.  Ике йөҙҙән ашыу башҡорт теле уҡытыусыһы эшләй. Был олимпиада уларҙың эш һөҙөмтәһенә ниндәйҙер бер дәрәжәлә йомғаҡ яһау ҙа булып тора.

Олимпиаданы ябыу тантанаһында мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә   Ғәлиева уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы тәбрикләп, студенттарға   һоҡланыуын белдерҙе. Олимпиадала ҙур тырышылыҡ менән ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. «Ниндәй генә һөнәр һайлап, кем генә булып эшләһәгеҙ ҙә күңелегеҙҙә башҡорт теленә, тыуған төйәгебеҙгә, тарихыбыҙға һәм мәҙәниәтебеҙгә һөйөү бер ҡасан да һүрелмәһен», – тине.     

Иң беренсе сиратта олимпиаданың призерҙары билдәләнде.  Уларға БР Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары тапшырылды.  Иң юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, еңеүсе исеменә   Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Олег Туленков менән Сибай педагогия колледжы студенты Элина Билалова  лайыҡ булды. 

«Йәшлек»  гәзите лә  олипиадала ҡатанашыусы студенттарға үҙенең махсус   бүләген булдырҙы. Гәзитебеҙ бүләгенә Мәләүез күп профиле һөнәри колледжынан Евгения Виденеева, Нефтекама нефть колледжынан Валерия Оборина һәм Стерлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжынан Радмила Вилдановалар лайыҡ булды. Евгения менән Валерия башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнһә, Радмила өсөн башҡорт теле дәресе – туған тел дәресе.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас