Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2023, 10:18

“Рәсәй” күргәҙмә-форумында “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты менән танышырға мөмкин

Мәскәүҙәге ВДНХ үҙәгендә барған ҙур форумда 3 декабрҙә ҡунаҡтарға Башҡортостандың уңышлы проекты тураһында һөйләйәсәктәр. РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы экспозицияһының темаһы – “Ғаилә. Эш. Оҙон ғүмерлелек”. Унда беҙҙекеләр проекттың бөтә ҡаҙанышы тураһында бәйән итәсәк.

“Рәсәй” күргәҙмә-форумында “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты менән танышырға мөмкин“Рәсәй” күргәҙмә-форумында “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты менән танышырға мөмкин
“Рәсәй” күргәҙмә-форумында “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты менән танышырға мөмкин

Белеүегеҙсә, “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты БР Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла. Пенсионерҙар ҙур теләк менән уның бөтә сараһында ҡатнаша, сәйәхәткә сыға. Әйткәндәй, проекттың йүнәлеше етәү.

Фото: Минтруда РБ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас