

30 йәшлек иргә иҫерек булыу-булмауына тикшереү үтергә тәҡдим итәләр. Ҡорамал һулаған һауала 0,966 мг/л этанол парҙары булыуын күрһәтә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы базаһы менән сағыштырыу барышында уның былтыр октябрҙә ошондай уҡ ҡылығы өсөн 18 айға хоҡуҡтан мәхрүм ителеүе һәм 30 мең һум штраф менән хөкөм ителеүе асыҡлана. Был юлы РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн материал йыйылған (транспорт сараһы менән иҫерек хәлдә ҡабаттан идара итеү).
Фото: БР ЮХХДИ.