

Ошо көндәрҙә Иҫәкәй ауылы халҡы ла гуманитар ярҙам йыйған. Инициатив төркөм етәксеһе Фазыл Вәлиев, әлеге ваҡытта ниндәй ярҙам кәрәклеген белешеү маҡсаты менән райондың ирекмәндәр етәксеһе Алевтина Васильеваға мөрәжәғәт иткәндән һуң, ҡоро душ әҙерләргә булғандар. Яуҙағыларға был – етди ярҙам.
Фазыл Ғүмәр улы районда беренселәрҙән булып, әрмегә махсус душ эшләү материалдарын һатып алған. Душты Резида һәм Фазыл Вәлиевтар, Гөлназ Иҙиәтуллина, Ирина Мусина, Гөлшат Зиннәтуллина, Сирина Шиһапова менән уның ҡыҙы Инзилә әҙерләгән. Ике көндә 1000 берәмек душ яһағандар. Бынан тыш, башҡа кәрәк-яраҡ та тупланып ебәрелгән. Был турала svetput.ru сайтында Саиб ӘХМӘТОВтың яҙмаһы бар.
Афарин, иҫәкәйҙәр!
(Фото Фазыл Вәлиевтың шәхси архивынан).
Фото: svetput.ru