Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2023, 09:43

Банк хеҙмәткәренә рәхмәт!

Бөгөн тәртип һаҡсылары менән бер рәттән, банк ойошмалары хеҙмәткәрҙәре лә мутлашыуҙарҙы туҡтата.

Банк хеҙмәткәренә рәхмәт!Банк хеҙмәткәренә рәхмәт!
Банк хеҙмәткәренә рәхмәт!

Өфөнән 66 йәшлек ир ноябрь башында интернетта инвестицияларҙан аҡса эшләү тураһында реклама күреп, һылтанма буйынса күсә лә, сайтта теркәлә, үҙенең исем-шәрифен, телефон номерын һәм банк картаһы реквизиттарын күрһәтә.

Тиҙҙән уға билдәһеҙ кешенән шылтыратыу килә, ул үҙен шәхси брокер тип таныштыра. Ул инвестициялау ысулдары, акциялар һәм эш хаҡы схемалары тураһында һөйләп, телефонға видеоэлемтә һәм биржалағы финанс операцияларҙы күҙәтеү өсөн программалар ҡуйырға тәҡдим итә.

Ғариза биреүсе, тәҡдим менән ҡыҙыҡһынып, сит кеше әйткән банк иҫәбенә 10 мең һум аҡса индерә. Шәхси брокер уға ҙур дивидендтар алыу өсөн күберәк аҡса һалырға кәңәш итә.

Бер нисә көн дауамында пенсионер, шәхси һаҡлыҡтарынан тыш, 250 мең һум кредит средстволарын һалған.

Ул сираттағы кредит алыу өсөн финанс учреждениеһына килгәс, уны банк хеҙмәткәре туҡтата. Менеджер шунда уҡ борсолған иргә иғтибар итеп, артабан аралашыу барышында пенсионерҙың банкка мөрәжәғәт итеүенең ысын сәбәптәрен асыҡлай. Ул мутлашыусыларҙың шулай эш итеүен аңлата, бөтә финанс операцияларын туҡтата һәм клиентҡа полицияға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.

Бөгөн Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 1-се полиция бүлеге начальнигы урынбаҫары полиция подполковнигы Ренат Закиров «Совкомбанк» офисына килеп, финанс консультант Ангелина Селинаға рәхмәт хаты тапшырҙы:

- Һеҙгә уяулыҡ һәм мутлашыуҙарҙы туҡтатыуҙа ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Енәйәтселәр хәйләкәр, һәр кемгә «асҡыс» таба, һәм ваҡытында һеҙҙең кеүек туҡтатыусы табылһа, яҡшы. Хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт һеҙгә!

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас