Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2023, 07:45

***

Берәү килә ергә, берәү китә – Был Алланың яҙған ҡануны. Мәңгелеккә китеп кенә була, Мөмкин түгел ерҙә ҡалыуы.       Мәңгелеккә беҙҙән киткәндәрҙең Ожмахтарҙа итһен урынын. Ергә ауаз һалған сабыйҙарҙың Оҙон булһын ғүмер юлдары.     Тормош дауам итә, таңдар ата, Көндәр үтә, ваҡыт туҡтамай. Яңы тыуған сабый һөйөндөрә, Киткәнен дә йөрәк онота алмай.   Тормош дауам итә, Ҡалғандарға ауыр Сабырлыҡтың төшкән ҡанаты. Мин беләмен, Аллаһ ярҙам итер, Сабыйҙарҙа – йәшәү дауамы. Лариса Фаттахова  

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас