Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь 2023, 16:00

Зәйтүн майы ныҡ файҙалы

Беҙ күберәк көнбағыш майын ҡулланырға өйрәнгәнбеҙ, әммә белгестәр фекренсә, зәйтүн майы күпкә файҙалыраҡ. 

Зәйтүн майы ныҡ файҙалы
Зәйтүн майы ныҡ файҙалы

  

  • Ул ҡан тамырҙарын атеросклероздан һәм уның насар эҙемтәләренән һаҡлай.
  • Ашҡаҙан, эсәк, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта, ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһының төҙәлеүенә булышлыҡ итә.
  • Кемдәр эсе ҡатып йонсой, бер ҡалаҡ зәйтүн майын лимон һуты ҡушып эсһен.
  • Зәйтүн майы матдәләр алмашыныу процесына ыңғай йоғонто яһай, организмды ҡартайыуҙан һаҡлай.
  • Организм тарафынан кальций үҙләштерелеү иҫәбенә, һөйәк туҡымаһының үҫеүенә булышлыҡ итә.
  • Составында Е витамины булыу сәбәпле, күҙәнәктәрҙең ҡартайыуын тотҡарлай һәм айырыуса ололарға ҡулланырға кәңәш ителә.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: