Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь 2023, 13:30

Ҡышҡы аяҡ кейеме тайһа...

     Аяҡ кейеме таймаһын өсөн бер нисә ысул бар.    

Ҡышҡы аяҡ кейеме тайһа...Ҡышҡы аяҡ кейеме тайһа...
Ҡышҡы аяҡ кейеме тайһа...

 

Кейеҙҙең бер киҫәген итек табанына “Момент” елеме менән йәбештерегеҙ. 1-2 аҙна ҡурҡмайынса йөрөй алаһығыҙ.

Наждаклы ҡағыҙ ҙа кей еҙ кеүек елем ярҙамында йәбештерелә. Уның файҙаһы 3-4 аҙнаға етергә мөмкин.

“Супер” елеме менән таҙа, ҡоро итек табанына биҙәктәр яһап, киптерергә мөмкин. Бындай алым боҙлауыҡта ҡурҡмай 1-2 аҙна йөрөргә булышлыҡ итә.

Лейкопластырь ярҙамы 1-2 көнгә етә. Лейкопластырҙы 3-4 сантиметр оҙонлоғонда киҫеп алып, аяҡ кейеме табанына бер нисә урынға йәбештерегеҙ. Уның файҙаһы ҡышҡы һалҡын көндәрҙә генә һиҙелә, епшек ҡарҙа ул тиҙ ҡуба.

Был ысулдар ярҙам итмәһә, итектәр ремонтлаусынан итек үксәһенә полиуретан набойка һуҡтырыу күпкә отошло.

 

 

Фото: 

 

stroiteh-msk.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас