Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь 2023, 13:44

Университеттар стартаптары буйынса ТОП – 1000 исемлеге билдәле булды

Рейтингта Башҡортостандан 76 проект бар. 

Университеттар стартаптары буйынса ТОП – 1000 исемлеге билдәле булдыУниверситеттар стартаптары буйынса ТОП – 1000 исемлеге билдәле булды
Университеттар стартаптары буйынса ТОП – 1000 исемлеге билдәле булды

"Студенттар стартаптары" программаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса Башҡортостан алдынғы урындарҙың береһендә килә. Киләһе йылда ла ул конкурс буласаҡ. Студенттарҙан 2000 проект һайлап алынасаҡ һәм уларҙы ғәмәлгә ашырыуға берәр миллион һум аҡса бүленә.

Исемлектәге беҙҙең студенттар араһында беренсе урында ӨДНТУ-нан "Киләсәк образы" проекты менән Айгөл Щадрина.

Шулай уҡ ошо университеттан Тимур Солтанмагомедов, Антон Меркушев бар. БДУ-нан Шамил Зарипов, Никита Лушников проекттары иң яҡшылар иҫәбенә ингән.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас