Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь 2023, 10:30

Мутлашыусылар уҙған тәүлектә республика халҡын 11 миллион һумға алдаған...

Республиканың эске эштәр органдарының дежур частәренә уҙған тәүлектә мутлашыусылар менән бәйле 21 хәбәр килгән.

Мутлашыусылар уҙған тәүлектә республика халҡын 11 миллион һумға алдаған...Мутлашыусылар уҙған тәүлектә республика халҡын 11 миллион һумға алдаған...
Мутлашыусылар уҙған тәүлектә республика халҡын 11 миллион һумға алдаған...

Стәрлетамаҡтан ирле-ҡатынлы (46 һәм 50 йәшлек) киң таралған мутлыҡ схемаһына эләккән. Асыҡланыуынса, ҡатындың мобиль телефонына "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, "билдәһеҙ кешеләр һеҙҙең банк иҫәбенә ингән" тип иҫкәртә. Аферистар 2 миллион һумға яҡын дөйөм суммаға бер нисә кредит алырға күндерә, әммә улар бының менән генә туҡтап ҡалмай. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ялған хеҙмәткәрҙәр тағы ла уның менән бәйләнешкә инә һәм, мутлашыусылар тағы ла банк иҫәбенән аҡса урларға маташа, тип ышандыра. Зыян күреүсе үҙенә бер нисә кредит алғанлыҡтан, шылтыратыусылар уның ирен дә йәлеп итәләр. Ирле-ҡатынлы тағы ла 2 миллион һум самаһы кредит алып, аҡсаны "имен иҫәпкә" ебәрәләр.

Учалы районынан 37 йәшлек ир өҫтәмә эш хаҡы артынан ҡыуыуҙа 1,5 миллион һум аҡсаһын юғалта. Өҫтәмә аҡса эшләү тураһында тәҡдим уның электрон почтаһына килә. Һылтанма буйынса барып, ғариза ҡалдырғандан һуң бер нисә минуттан уҡ "инвестиция аналитигы" бәйләнешкә инә һәм ул ҙур күләмдә аҡса һалырға күндерә. Әммә ир вәғәҙә ителгән "алтын тауҙарҙы" ала алмай.

Өфөнән 38 йәшлек ир реклама сайттарының береһендә кафель плиткаһы һатыу тураһында белдереү тапҡан һәм деталдәрҙе аныҡлау өсөн һатыусы менән бәйләнешкә ингән. Шарттар тураһында килешеп, ҡала кешеһе "һатыусыға" 480 мең һум күсерә, әммә вәғәҙә ителгән тауар килмәй.

Әлеге ваҡытта өс мутлашыу факты буйынса РФ Енәйәт кодексының 159 статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәре шылтыратһа, трубканы ҡуйығыҙ. Муттар ялған номерҙар ҡуллана ала. Шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм карта реквизиттарын бер ваҡытта ла яттарға бирмәгеҙ. Иғтибарлы булығыҙ. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас