

Янғын һүндереүселәр тиҙ килеп етә, әммә уларҙың килеүенә "Hyundai Solaris", "Suzuki SX4" һәм "Volkswagen Tiguan"ды ялҡын ялмап алған була. Ут артабан таралмаһын өсөн янғын һүндереүселәр йортта йәшәүселәр менән бергә эргә-тирәләге башҡа машиналарҙы ситкә этә. Ут тулыһынса 33 минуттан һүндерелә. Янғын сәбәптәре асыҡлана, оператив-тикшереү саралары үткәрелә.
P.S. Енәйәтсе домофон камераһына эләккән. Төнгө сәғәт берҙә Дағстан урамындағы ихатаға капюшон кейгән һәм пакет тотҡан ир килеп, "Тигуан"ға ут төртә. Ут эргәлә торған "Сузуки" һәм "Солярис"ҡа күсә.
Фото һәм видео: МЧС РБ.