

1 Б класы балаларын "бөркөт балаларына" алыуҙа мәғариф бүлеге, башҡа мәктәптәр вәкилдәре, ветерандар, юнармеецтар, "шайморатовсылар", 2 В класы "бөркөт балалары", ата-әсәләр ҡатнашты.
- Бөгөн - бөркөт балалары, иртәгә - бөркөттәр! Беҙҙең балалар был исемде лайыҡлы йөрөтөр, мәктәбебеҙ ғорурлығы булыр, тип ышанам. "Рәсәйҙең бөркөт балалары" проектында уңыштар теләйем! - тине мәктәп директоры Салауат Нуртдинов.
Фото: Администрация муниципального района Нуримановский район Республики Башкортостан.