

"Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе. Октябрь-ноябрь айҙарында ауылдарҙа Ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.
Өмәгә бигерәк тә етеҙ, таһыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә. Ҡошто ҡотло ҡуллы ир-егет салһа, ите йомшаҡ, тәмле була, тиҙәр. Байлыҡ, муллыҡ байрамына әүерелгән Ҡаҙ өмәһе Ишбирҙе ауылында Ләлә һәм Радик Иҙелбаевтар ғаиләһендә шаулап гөрләп үтте.
Ысынлап та, бергәләшеп эшләнгән эш үҙе үк байрам төҫө ала. Йырлай-йырлай, матур теләктәр теләп эшләнгән эш һә тигәнсе эшләнеп тә бөтә. Ҡаҙ өмәһе үҙенең эсенә алған бәләкәй генә йолалары менән дә бай. Ошо йолаларҙы теүәл үтәп, эште тиҙ ыратып, теүәлләп тә ҡуйҙы уңған өмәселәр. Өмәселәргә өлөшләп ҡаҙ ашы ашатып рәхмәттәр әйтеп оҙатып ҡалды йорт хужабикәһе Ләлә Шаһимәрҙән ҡыҙы.
Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың йәме һәм ҡото һаҡлана, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан-быуынға күсә, дауам итә", — тип яҙа улар.