

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов Башҡортостан Республикаһының һыу объекттарында көҙгө-ҡышҡы осорҙа кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар тураһында доклад менән сығыш яһаны. Бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуймау маҡсатында республика ҡотҡарыусылары һыу объекттарының яр һыҙаты мониторингын тормошҡа ашыра, профилактик рейдтар үткәрә. Ваҡытында күрелгән саралар арҡаһында ноябрь башынан алып 38 кеше, шул иҫәптән 9 бала ҡотҡарылған. Уҙған ял көндәрендә генә 28 кеше ҡотҡарылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм муниципалитеттар менән берлектә республиканың һыу объекттарында аяныс хәлдәргә юл ҡуймау буйынса өҫтәмә саралар комплексы ойошторолған. Ирек Сәғитов ултырыш аҙағында республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә контроль аҫтындағы биләмәләрҙә иҫкәртеү эшен әүҙемләштерергә ҡушты. Республиканың һыу объекттарында кеше үлеме менән бәйле ваҡиғаларға юл ҡуймау төп бурыстарҙың береһе булып тора, тип билдәләне ул.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.