Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2023, 06:22

Республикала "Айыҡ ауыл - 2023" конкурсының район этабына йомғаҡ яһала башланы

Тәтешле районынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙа республика конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһағандар һәм еңеүсе ауылды билдәләгәндәр.

Республикала "Айыҡ ауыл - 2023" конкурсының район этабына йомғаҡ яһала башланыРеспубликала "Айыҡ ауыл - 2023" конкурсының район этабына йомғаҡ яһала башланы
Республикала "Айыҡ ауыл - 2023" конкурсының район этабына йомғаҡ яһала башланы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, райондың 42 тораҡ пункты айыҡ ауыл исеме өсөн көрәш алып барған, конкурсҡа ярашлы, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, һаулыҡ һаҡлауға, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән төрлө сара, акциялар үткәрелгән. Муниципаль этап финалына туғыҙ ауыл сыҡҡан, ә еңеүсе итеп Аҡбулат ауыл биләмәһенән Сорғолдо ауылы танылған. Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ: сорғолдолар был еңеүгә өс йыл дауамында килгән - улар йыл һайын конкурста әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.

Уңыштар! «Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында ғәмәлгә ашырыла.

Фото: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ (vk.com)

Республикала "Айыҡ ауыл - 2023" конкурсының район этабына йомғаҡ яһала башланы
Республикала "Айыҡ ауыл - 2023" конкурсының район этабына йомғаҡ яһала башланы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас