Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2023, 15:17

Радий Хәбиров Луганскиҙа табиптар менән осрашты

Радий Хәбиров Луганск Халыҡ Республикаһында  Донбасҡа гуманитар ярҙам алып барыусы халыҡ менән осрашты.

Радий Хәбиров Луганскиҙа табиптар менән осраштыРадий Хәбиров Луганскиҙа табиптар менән осрашты
Радий Хәбиров Луганскиҙа табиптар менән осрашты

 Үҙенең эш сәфәрен Башҡортостан Башлығы берҙәм логистика үҙәгенең эше менән танышыуҙан башланы.   Унда Өфөнән даими гуманитар йөктәр килеп тора һәм артабан Башҡортостан хәрбиҙәре урынлашҡан ерҙәргә һәм урындағы халыҡҡа таратыла.   Иҫләүегеҙсә, ноябрь башында махсус хәрби операция зонаһына йөҙөнсө гуманитар конвой барҙы.

Артабан Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәре эшләгән мәҙәниәт йортон ҡараны, республика табиптары менән аралашты.  Башҡортостан Башлығы бригада коллективына еңел булмаған шарттарҙа фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.   

Билдәле булыуынса, Красный Луч ҡала дауаханаһында  йылдан ашыу башҡорт табиптары бригадаһы эшләй.  Үҙҙәренең изге миссияһын улар бөгөн дә дауам итә.  Ошо ваҡыт эсендә  республиканан  халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн 453 белгес ебәрелә.  Улар 50 меңдән ашыу оло пациентты һәм 52 мең баланы ҡабул итте, шулай уҡ 77  мең лаборатор  тикшереү үткәргән.   

Фото:Башинформ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас