Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2023, 12:35

Рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡһаң...

27 ноябрҙә Башҡортостанда йәш ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ  ҡырҡыуҙан һаҡлау өсөн «Шыршы-2023» операцияһы башлана.

Рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡһаң...Рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡһаң...
Рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡһаң...

 Оператив-иҫкәртеү сараһы  31 декабргә тиклем дауам итә.

Был осорҙа дәүләт урман инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән бергә тәүлек әйләнәһенә урмандарҙы патрулләүҙе ойоштора. Дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙа, шулай уҡ урмандан сығыу урындарында шыршы ташыуҙы контролдә тотҡан стационар постар булдыра: шыршылар  һатылған урындарҙа рейд тикшереүҙәре үткәрә.

Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, яңы йыл шыршыларын законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

Граждандарға – өс-дүрт мең, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең, ойошмаларға 200-300 мең һумға тиклем административ штраф һалына.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас