Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2023, 14:45

Пассажирҙың ғүмере өҙөлгән...

Ҡырмыҫҡалы районында полиция хеҙмәткәрҙәре үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһын асыҡлай.

Пассажирҙың ғүмере өҙөлгән...Пассажирҙың ғүмере өҙөлгән...
Пассажирҙың ғүмере өҙөлгән...

Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 50-се саҡрымында "Скания" йөк автомобиле светофорҙың тыйыу сигналына туҡтаған "ВАЗ-2114" машинаһына бәрелгән.

Һөҙөмтәлә "ВАЗ"дың 42 йәшлек пассажиры ашығыс ярҙам килгәнсе үк урында вафат була, водитель һәм икенсе пассажирҙы дауаханаға оҙаталар.

Был юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған, фажиғә сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау өсөн бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.

"Скания" йөк автомобиле менән 39 йәшлек водитель идара иткән.

Фото: БР ЮХХДИ.

Пассажирҙың ғүмере өҙөлгән...
Пассажирҙың ғүмере өҙөлгән...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас