Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2023, 07:35

“Башҡорт хужабикә”һе 13 йәшендә балаға уҙғанынан ҡурҡып йөрөгән

Был хаҡта Миләүшә Шәйхисламова үҙенең социаль селтәрҙәге дуҫтарына хәбәр итте.

“Башҡорт хужабикә”һе 13 йәшендә балаға уҙғанынан ҡурҡып йөрөгән“Башҡорт хужабикә”һе 13 йәшендә балаға уҙғанынан ҡурҡып йөрөгән
“Башҡорт хужабикә”һе 13 йәшендә балаға уҙғанынан ҡурҡып йөрөгән
  • Миңә 13 йәш ине. Бер егет артымдан йөрөп, аптыратып бөтөрҙө, һөлөк кеүек йәбеште. Ҡыш көнө ҡараңғы тиҙ төшә бит. Бер тапҡыр: “Миләүшә, туҡта!”– тип артымдан килә. Мин туҡтамайым, сөнки ул миңә оҡшамай. Был йәне көйөп өҫтөмә һикерҙе лә, мине ҡарға йығып, ирендәремдән үбә башланы. Ҡыҫҡаһы, мине ул көндө беренсе тапҡыр үптеләр, шундай ерәнгес булды. Мин илай-илай ҡайтып киттем. Атайым менән әсәйемә бер ни ҙә һөйләмәнем. Ул ваҡытта беҙгә балалар ҡасан һәм нисек тыуғанын һөйләмәйҙәр бит инде. Телевизорҙан күрһәтмәйҙәр, интернет юҡ. Үбешеүҙән бала тыуа икән, тип уйлап, ҡайғырып йөрөгәйнем, – ти блогер.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас