Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноября 2023, 13:00

Үт ҡыуығындағы ташты нисек дауаларға?

Был диагноз бөгөнгө заманда һәр икенсе кешегә ҡуйылалыр. Заман ауырыуы тип тә әйтергә мөмкин уны. 

Үт ҡыуығындағы ташты нисек  дауаларға?Үт ҡыуығындағы ташты нисек  дауаларға?
Үт ҡыуығындағы ташты нисек дауаларға?

 Оператив дауалауҙың да иң алдынғы ысулдарын ҡулланалар. Элекке кеүек ҙур киҫем дә яһап тормайҙар. Операция эшләтергә теләмәһәгеҙ, түбәндәге ысулдарҙы файҙаланып ҡарағыҙ, бәлки файҙаһы тейер.

Ҡыҙыл сөгөлдөр һуты

4 – 5 сөгөлдөрҙө таҙартып, ваҡ киҫәктәргә турарға һәм ҡуйырғансы һыуҙа бешерергә. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан ¼ стакан эсергә.

Гөлйемеш тамыры

Гөлйемеш тамырын йыуып, ҡырҡҡыларға. Һыуға һалып, кәстрүлдә талғын утта яҡынса бер сәғәт ҡайнатырға. Һуңынан 30 минут төнәтергә һәм  көнөнә өс тапҡыр ½ стакан эсергә.

Укроп орлоғо

Ике ҡалаҡ укроп орлоғона ике стакан һыу ҡойоп, талғын утта 15 минут ҡайнатырға һәм һөҙөп алырға. Көнөнә дүрт тапҡыр йылы килеш ½ стакан эсергә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас