Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноября 2023, 03:00

Кемдәндер көтмә, үҙең бүлеш...

...Һәм кеше юл ситендә ултырып, табыш көтә башлай. Бер көн көтә, ике көн, өс көн...

Кемдәндер көтмә, үҙең бүлеш...Кемдәндер көтмә, үҙең бүлеш...
Кемдәндер көтмә, үҙең бүлеш...

Хикмәтле хикәйәт

Бер кеше төнөн тынғыһыҙ урында төн үткәрергә мәжбүр була. Йыртҡыс хайуандарҙан ҡурҡып, ул ҙур ағастың башына менеп ултыра.

Бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә, ағас төбөнә бер ғәрип төлкө килеп ята. Торараҡ кеше был яҡҡа боланды өҫтөрәп килгән арыҫланды күрә. Төлкө лә абайлай һәм ағастың теге яғына күсеп ята. Арыҫлан туйғансы ашағас, табышының бер өлөшөн шунда ҡалдырып, ары китә. Төлкө йәшенгән урынынан сығып, ҡалдыҡ емтекте ашап ҡуя.

Был ваҡытта ағас башындағы кеше шулай тип һығымта яһай: “Тимәк, Аллаһы тәғәлә ғәрип-гөрәбәне, ауырыу хайуанды ас ҡалдырмай, туйҙырыу әмәлен күрһәтә. Ниңә әле мин көнө-төнө эшләп йонсойом? Төлкө кеүек мин дә ризығымды көтөп ята алам”.

Һәм кеше юл ситендә ултырып, табыш көтә башлай. Бер көн көтә, ике көн, өс көн... Уға берәү ҙә ризыҡ килтермәй. Кеше аслыҡтан иҫтән яҙып ҡолай. Шул ваҡытта төш күрә. Төшөндә ул: “Әй, ахмаҡ! Ниңә һин үҙеңде ғәрип төлкө урынына ҡуяһың? Арыҫлан шикелле бул – табышыңдың артығын башҡалар ҙа файҙаланһын”, – тигән тауышты ишетә.

Моғайын, был әҙәм аңлағандыр. Һеҙҙең арағыҙҙа арыҫландар күберәктер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас